С днем победы 9 мая!
Год литературы
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2015 » Март » 30 » Нурлы ерҙән – әҙип иманы
09:12
Нурлы ерҙән – әҙип иманы

Нурлы ерҙән – әҙип иманы

Нурлы ерҙән – әҙип иманыМәркәзебеҙҙән алыҫ та түгел ул Нуриман районы. Ниндәй күренекле шәхестәр тыуған был төбәктә: башҡорт романына нигеҙ һалған Ғәйнан Хәйри, башҡорт драматургияһына башлап әҫәрҙәр яҙған Сәғит Мифтахов... Хәйер, данлап телгә алырлыҡ башҡа шәхестәре менән артабан сара барышында ла танышты килгән ҡунаҡтар. Ошо ер халҡы ла яңынан иҫенә төшөрҙө һүҙ сәнғәте әһелдәрен.

Прозаик Сабир Шәрипов етәкләгән ижадсылар төркөмө эште Нуриман районы авторҙарының ҡулъяҙмаларын тикшереүҙән башланы. Һүҙҙе башта балалар алды. Иҫке Күл мәктәбенән Әлиә Имаметдинова, Гөлдәр менән Таңһылыу Зәйнул­линалар (уҡытыусылары – Нәфисә Бәҙрет­ди­нова), Байгилде ауылынан Зарема Кәшфуллина, Алһыу Мөхәмәҙиева, Линар Әминев, Әлфир Нәбиев, Регина Мәғәфүрова (уҡытыусылары – Гөлназ Хәйретдинова), Ҡыҙылъярҙан Алһыу Хәйруллина (уҡытыусыһы – Линиза Исламғолова) яҙыусылар ҡаршыһында ғына түгел, зал тулы халыҡ алдында тәүәккәллек итеп, шиғырҙарын уҡыны, хатта ниндәйҙер кимәлдә тәнҡит һүҙҙәре ишетте. Шағир Дамир Шәрәфетдинов булған ерҙә нисек ентекле анализһыҙ барһын ти инде фекер алышыу. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың уйынлы-ысынлы әйткәндәре һәр кемгә фәһем булырлыҡ. “Шиғыр күңелдә тыуырға тейеш тибеҙ, формаһының да килешле булыуы зарур. Әммә, тышҡы ҡиәфәт артынан ҡыуып, фекер һәм образ хаҡында онотоп ебәрмәйек әле, дуҫтар”, – тине ул һәм миҫал итеп бала сағында ритм, форма булһын тип тырыштырып яҙған бер шиғырын уҡыны. Сатирик шағир был юлы ла маҡсатына иреште – зал геү килеп көлдө! “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин уҡыусыларға уңыштар теләне, яҙмаларында йәнле сағыштырыуҙар, һүрәтләү алымдары булыуын билдәләне. Иң ҡыуандырғаны шул: балалар шиғырҙың донъяға сәнғәтсә бағыу икәнен тоя. Эйе, бәлки, әле яҙғандарын тейешле формаға килтерә лә белмәйҙәрҙер, әммә, әлеге лә баяғы, уларҙы шиғыр формаһы, ритм, рифма менән таныштырыу мөһим.
Нурлы ерҙән – әҙип иманыРус телендә яҙғандарҙың әҫәрҙәренә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова ентекле анализ яһаны. Сергей Данилов, Юлия Коломенцева, шулай уҡ Кирен псевдонимы менән сығыш яһаған ҡыҙ бала шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. “Сергей, мин һеҙҙе ҡотлайым, шағир осҡоно ҡабынған һеҙҙә!”– тине Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Юля менән Кирендың да үҙенсәлекле ҡараштары, донъяны тик үҙҙәренсә асырға тырышыуҙары арбаны. Шәхсән Юляның яҙмаларында яралы күңелдән моң ағылыуын тойҙом, әйтерһең, ҡыҙҙың шул һыҙланыуҙары Йыһан моңона барып тоташҡан да, шунан йыр тирә. Әҙиптәр йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын “Бельские просторы” журналына, “Истоки” гәзитенә ебәрергә кәңәш итте. 
Нурлы ерҙән – әҙип иманыОшо төбәк ҡыҙы, шағирә Хәлисә Мөҙәрисова яҡташтарын байрам менән тәбрикләп, ижади уңыштар теләне, ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе.
Өлкән йәштәге авторҙарҙың шиғырҙары һәм хикәйәләре хаҡында ла һөйләшеү бик етди булды. Прозаик Сабир Шәрипов алып барҙы фекер алышыуҙы. Әҙип Ильясов менән Ләйсән Мырҙағолова проза яҙа, уларҙың әҫәрҙәре Башҡортостан матбуғатына тәҡдим ителер. Сабир Нәғим улы: “Ҡыҫҡа яҙмаларҙа тормош сәхифәһен һүрәтләй белеү – үҙе ҙур оҫталыҡ. Әҙип шуны оноторға тейеш түгел: проза социаль булырға, заманын һүрәтләргә тейеш”, – тине. 
Миләүшә Ғилманова, Наилә Әйүпова, Миләүшә Имашева, Дилара Кәримова, Розалия Ғималетдинова, Линиза Исламғолова – ижад емештәре район гәзитендә генә түгел, республика матбуғатында баҫылған авторҙар. Араларында йыр яҙғандар ҙа байтаҡ. Миләүшә Имашеваның дүрт юллыҡ шиғырҙары иғтибарҙы йәлеп итһә, Линиза Исламғолованың “Президент килә тигәс” тигән юмористик әҫәре бөгөндән “Һәнәк” журналына тәҡдим итерлек. “Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү фәһемле булғандыр тип өмөт итәйек, һәр башлап яҙыусы унан үҙенә кәрәкле фекер алып ҡайтһа, ниндәйҙер кимәлдә маҡсатҡа ирешелгән.
Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова залдағыларҙы әҙәбиәт менән бәйле ҡомартҡыларға иғтибарлы булырға саҡырҙы. “Бөгөн, бәлки, ҡыҙыҡлы ла тойолмаған әйберҙең баһаһы йылдар үткәс бермә-бермә артасаҡ. Яҙыусылар, уларҙың ижадына ҡағылышлы һәр нәмә беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Хеҙмәттәшлек итәйек!”– тине ул, барыһына ла мөрәжәғәт итеп.

Нурлы ерҙән – әҙип иманыБынан һуң сарала ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройҙары Ғ. Шәйхетдиновтың менән Ғ. Аскиндың, районда тыуып үҫкән күренекле шәхес Б. Нуримановтың һәйкәлдәренә сәскә һалды. Ошонда уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов яуҙа һәләк булғандарға арнап шиғыр уҡыны.
Нуриман районы “Әҙәби нағыш” республика марафонына бик етди һәм кимәлле итеп әҙерләнгән. Был тәүге минуттарҙан уҡ һиҙелде. Райондан сыҡҡан әҙиптәр хаҡында буклеттар, үҙенсәлекле күргәҙмәләр – һәр береһе иғтибарҙы йәлеп итте. Ә Тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Ғәбделмәжит Хәзиев янынан һис сыҡҡы ла килмәне. Бында Сәғит Мифтаховтың тыуыу тураһындағы таныҡлығынан алып, китаптары, бала сағындағы фотолары һәм башҡа ҡыҙыҡлы бик күп ҡомартҡы һаҡлана. Етәксе һәр экспонат хаҡында ҙур хөрмәт менән һөйләй, әйтерһең, иң ҡәҙерле ғаилә ағзалары. 
Күргәҙмәләрҙең күп төрлөләре беҙҙе район мәҙәниәт йорто фойеһында көтөп торған. Бына – район халҡынан бөртөкләп йыйылған һирәк һәм иң боронғо китаптар. “Сочинения Загоскина” китабы 1901 йылда сыҡҡан. Ә былары – автографлылар. Нуриман районында тыуған шағирә, драматург Халисә Мәҙәрисоваға арналғаны янында халыҡты автор менән бергә мәңгеләштерҙеләр фотографтар.. Ә бына бындай күргәҙмәне әле бер ерҙә лә күргән булманы – “Иң яратҡан китабым һәм мин” тип аталғанында иң әүҙем уҡыусылар кинәнеп уҡыған йыйынтығын тотоп фотоға төшкән. Шәп бит! Бына нисек тәрбиәләнергә тейеш ул әҙәбиәткә һөйөү! Ошонда уҡ “Красный ключ”, “Нур Иман” гәзиттәренең тәүге һандары урын алған. Махсус сығарылыштар, әҙәби биттәр иғтибарҙы йәлеп итеп тора. 
Нуриман район үҙәк китапханаһы мөдире Зөлфиә Мусина был тармаҡта утыҙ йылдан ашыу эшләй. Ул: “Һәр күргәҙмәне уйлап, мәҙәниәт тармағын ғына түгел, райондың һәр кешеһен йәлеп итеп эшләнек. Әҙәбиәт йылы икәнен мөмкин тиклем күберәк халыҡ белергә, китапҡа иғтибар артырға тейеш, минеңсә”, – тине.
Бик күп билдәле йырҙар авторы Әхмәт Йәркәй хаҡында ишетеп кенә беләбеҙ. Уның улы Леонард Йәркәев ошо төбәктә йәшәгән, ижад иткән. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә мәңгелеккә күскән ул. Ҡатыны Светлана Йәркәева, ҡыҙы Елена тарафынан сараға арнап ғаилә ағзалары сығарған китаптарҙан күргәҙмә әҙерләнгәйне. Елена Леонард ҡыҙы атаһы хаҡында ғына түгел, олатаһы тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. “Мәскәүҙә йәшәгәндә олатай Владимир Маяковский, Муса Йәлил кеүек заманында күренекле әҙиптәр менән аралашҡан, улар хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашҡаны булды өләсәйҙең”, – тине ул.
Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткән тамаша тураһында айырып фекер әйтке килә. Мәҙәниәт министрлығындағы социо-мәҙәни эшмәкәрлектең баш белгесе Елена Хоменко Нурман районы халыҡын байрам менән тәбрикләп, министр исеменән ҡотлау тапшырҙы. Әҙәбиәт йылы тантана итте район мәҙәниәт йортонда. Бәләкәс кенә балаларҙың С. Маршактың шиғырҙарын уҡыуынан башланып китте кисә. Артабан да тотош ошо рухта дауам иткән байрамда шиғыр, шағир һүҙе күккә сөйөлдө. Һәр йырҙың авторы аталды, ул шағир хаҡында һүҙ әйтелде. Бына был, исмаһам, Әҙәбиәт йылы байрамы! Өфө ҡунаҡтары, яҙыусылар сығыш яһаны. Нуриман халҡы исеменән Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовҡа юбилейы уңайынан бүләк бирҙеләр. Йылъяҙма-китапты Иглин районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лирида Әбүбәкерова Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәноваға тапшырҙы. Һәр ауылды йәмләп, китап тураһында йырлы һүҙҙәр әйтелер бында. Юҡҡа ғына төбәк Нуриман тип аталмай, күрәһең. Башҡорт әҙәбиәтенә данлыҡлы шәхестәрен биргән нурлы ер әҙип һүҙен, әҙип иманын еткерә килә.

 
 
Фото: Илшат ЗАРИПОВ фотолары.

http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/17299-nurly-ern-ip-imany.html

Просмотров: 806 | Добавил: Lara | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Вход на сайт
Календарь
«  Март 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Block title
Мы Вконтакте